Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 20:40

Пляжда – хәүефле табыш

Ишембайҙа йылға буйында ял итеүселәр бик сәйер әйбер тапҡан.

Был хәл Ишембай районының Ҡарайған ауылында булған. Хәбәр ителеүенсә, шикле әйберҙе пляжда бер ир тапҡан һәм был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән.
Росгвардия хеҙмәткәрҙәре урынға килгәс, унда табылған әйберҙең уҡыу өсөн хәрби припас икәнлеген һәм кеше ғүмеренә хәүеф янамауын асыҡлаған. Уны полицияға тапшырғандар. Улар үҙ сиратында был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн тикшереү үткәрәсәк.
Әле халыҡтың күпләп йылға-күл буйҙарына барған сағы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында онотмаһаҡ ине.
Фото: Росгвардия.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в