Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 22:15

Ҡот осҡос хәл: 75 кеше һыуға батты...

Шуларҙың етеһе – балалар.

Белорет ҡалаһы быуаһында 1943 йылғы ирҙең батҡаны тураһында хәбәр иттеләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул эскән килеш һыу инергә төшкән булған.
"Тарих тағы ҡабатлана, фажиғәләр сәбәбе берҙәй. Һәләк булған ир дуҫы менән ярҙа спиртлы эсемлектәр эскән һәм аҙаҡ һыуға төшкән. Көн һайын баталар – был хәлдән бер кем һабаҡ алмай", - тип аптырай ҡотҡарыусылар.
Шул уҡ көндә ирҙең кәүҙәһен водолаздар һыуҙан сығарған. Фажиғә урыны һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған булған.
Республикала йыл башынан һыуҙа 75 кеше һәләк булды, шуларҙың етеһе – балалар. Был аҙна башынан ғына һыуҙан 12 кеше кәүҙәһен сығарғандар. Статистика бик хәүефле. Һәр кемде һыу инеү ҡағиҙәләрен үтәргә, балаларҙың яңғыҙын йылға-күл буйында ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: