Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 20:50

Июлдә республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.

Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин.
30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда эшләмәгән байрам көндәре Рәсәйгә ҡарағанда күберәк.
Рәсәй Федерацияһында билдәләнгән байрамдарға өҫтәп Башҡортостанда тағы өс байрам көнө бар.
«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы, 11 октябрҙә билдәләнгән Республика көнө, шулай уҡ Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары эшләмәгән көндәр булып иҫәпләнә. Быйыл улар 24 майға һәм 31 июлгә тура килде.
Галина Бахшиева
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: