Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 12:15

"Иғтибар итмәй йөрөп, онкологка тиклем барып еттем..."

Ни тиклем генә көтөп алынмаһын, ҡояштан һаҡланығыҙ. Был ҡатындың сирләү тарихы һәр кемгә һабаҡ булһын.

“Ҡасандыр, ауылға ҡайтып бесән эшләшкәндә, еләккә йөрөгәндә ҡояшта ныҡ янғайным. Тире һыҙырылып төштө, махсус май һөртөп, саҡ йүнәлтеп алдым. Ошо хәлдән һуң һаҡланырға тырыштым, ҡояшта кейенеп йөрөнөм.
Ә бынан бер нисә йыл элек иңемдәге бәләкәй генә миңдең бер аҙ шешеберәк торғанын тойҙом. Әллә ни борсомағас, табипҡа барыуҙы уйламаным да. Әммә ҡанһырай башлағас, участка табибына күренергә ниәтләнем. Уныһы үҙ сиратында онкологка йүнәлтмә бирҙе. Ҡот осто, әлбиттә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң миң дә ипләнгән һымаҡ булды, кипте. Уны үҙем яңылыш яралағанмындыр ҙа, шуға шешеп торғандыр,тип тынысландырҙым. Онкологка ла барманым, ә бушҡа ғына: иң ҡиммәтле төшөнсәне – ваҡытты үткәреп ебәргәнмен икән. Аҙаҡ иһә, белгес миңә “тире яман шеше” тигән диагноз ҡуйғас, сәләмәтлек булмаһа, тормоштағы барлыҡ мәшәҡәттәрҙең буш ғәмәл икәнен аңланым...” - тип һөйләй Лидия исемле йәш ҡатын.
Бәхетенә күрә, унда меланома сиренең тәүге стадияһын асыҡлағандар һәм яман сирҙе дауалай алғандар. Үҙенең сирләү тарихын иһә ул башҡаларға фәһем булһын тип еткерҙе.
Эйе, ҡояш, ни тиклем генә көтөп алынмаһын, үҙе менән һаҡ булыуҙы талап итә: уның нурҙары, саманан артып китһә, тәнде яндырыуы, ул ғына түгел, ҡурҡыныс сирҙәргә дусар итеүе ихтимал.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡояшта оҙаҡ ҡыҙыныу меланома һәм тән тиреһенең башҡа яман шештәренең төп сәбәпсеһе булып тора. Бының сере ябай: ультрафиолет нурҙар туранан-тура ДНК молекулаларын боҙа йә, тән тиреһе молекулалары менән үҙ-ара тәьҫир­гә инеп, уларҙың бер өлөшөн канцерогенға әүерелдерә.

Рәсәйҙә йыл һайын уртаса меланома менән сирләүҙең 9000 яңы осрағын теркәйҙәр (донъяла был һан яҡынса 232 300-гә тиң). Был — киң таралған яман шеш сире, ул тиҙ үҫешә һәм метастаза бирә. Ауырыуҙарҙың 40 проценты самаһын, диагноз һуң ҡуйылыу сәбәпле, ҡотҡарып булмай, ә сир иртә асыҡланған осраҡта уны еңеп сығыу ихтималлығы 90 процентҡа тиң.

Ғалимдар меланоманың айырыуса ауыр төрҙәрендә теркәлгән 16 генда мутацияларҙың ниндәй төрҙәре йышыраҡ осрай икән­леген асыҡларға ниәтләгән. Бының өсөн улар Рәсәйҙә һәм яҡындағы сит илдәрҙә йәшәгән 1500 кешенең ДНК структураһын өйрәнгән.
Тикшереүселәрҙе бигерәк тә PIGU һәм CDK10 гендары ҡыҙыҡһындырған, сөнки тап уларҙың мутацияһы кеше организмында меланома барлыҡҡа килеү ихтималлығын ике тапҡырға арттыра. Баҡһаң, ошондай үҙгәрештәр рәсәйҙәрҙең организмында йыш осрай. Мәҫәлән, CDK10 генында мутациялар тест үткәрелгән кешеләрҙең 11 процентында, PIGU генында үҙгә­рештәр өс процентында асыҡ­ланған. Унан тыш, ғалимдар, илебеҙҙәге халыҡтың 1,5 проценты — 10-сы хромосомалағы мутацияны йөрөтөүселәр, тип инандыра, үҙ сиратында был да тирелә яман шеш хасил итеүе ихтимал.

Шуға күрә белгестәрҙең һүҙ­ҙәренә ҡолаҡ һалырға, ҡояштан һаҡланырға кәңәш итәбеҙ. Мәҫәлән, һыу инергә барғанда мотлаҡ зонт һәм крем алырға онотмағыҙ. Ҡояш нурҙарынан һаҡлаған косметик саралар составында ультрафиолетты тот­ҡар­лаған авобензон, оксибензон, мексорил, шулай уҡ титан оксиды һәм цинк булырға тейеш. Әлбиттә, ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған ваҡытта ышыҡта ҡалырға, һаҡлаусы кремды тәндең барлыҡ асыҡ өлөш­тәренә һөртөргә кәңәш ителә.

Унан һуң тәндәге төрлө пигмент таптары, йәғни миңдәр, папилломалар ҙа ҙур проблема сығанағы булыуы ихтимал. Белгестәр уларҙы яралауҙан һаҡланырға, шулай уҡ торошон даими күҙәтеп торорға саҡыра. Әгәр ҙә миңдең формаһы ассиметрик булһа, ҙурая барып алты миллиметрҙан артһа, төрлө төҫкә инһә, табипҡа барыу фарыз – һуң булғансы, шиктәрҙе ваҡытында таратып ҡуйығыҙ.
Фото: img-s-msn-com.akamaized.net
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: