Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 14:00

Өфө йырсыһы иң байҙар исемлегенә нисек эләккән?

Абруйлы баҫма уны 22 йәшендә миллионер тап таный – ул бер йыл эсендә 1,5 миллион доллар эшләгән.

Өфө рэп йырсыһы Моргенштерн “Forbes” төҙөгән миллионерҙар исемлегендә 40 йәшкә тиклемге шоу-бизнес һәм спорт йондоҙҙары араһында йәше буйынса икенсе урынды биләй.
Абруйлы баҫма уны 22 йәшендә миллионер тап таный – Моргенштерн бер йыл эсендә 1,5 миллион доллар эшләгән. Был күрһәткес буйынса ул исемлектә 32-се урында тора. Билдәле баҫмалар яҙыуынса, рейтингтағы бөтә йондоҙҙар араһында 40-сы урында.
Уңыштың сере нимәлә? Моргенштерн - үҙенә кире ҡараш тыуҙыра торған кеше һәм медиа баҫмаларҙы уҡыған етди кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырмай. Әммә “Forbes” уны, “Яндекс”ҡа һалған һорауҙан сығып, танылыу буйынса 13 урынға ҡуйған.
Рэперҙы нәҡ интернет-аудитория тыңлай һәм селтәрҙә уның тураһында мәғлүмәт эҙләй. “Яндекс” мәғлүмәттәре буйынса, Моргенштернды айына яҡынса өс миллион тапҡыр эҙләйҙәр. Сағыштырыу өсөн: был “Салауат Юлаев”ҡа ҡарағанда – 30, “Спартак”ка ҡарағанда 1,5 тапҡырға күп. Владимир Путин тураһында ғына мәғлүмәтте бары ике тапҡырға йышыраҡ эҙләйҙәр.
Apple Music сервисы рейтингында Моргенштерндың “Cadillac” тигән һуңғы хиты Рәсәйҙә беренсе урында. Тағы ла өс композицияһы 69-сы, 75-се һәм 95-се урындарҙы биләй. Һәр клибы унар миллионлап тауыш йыя һәм миллионлап һум аҡса килтерә. Айырып әйткәндә, “Легендарная пыль” альбомы сыҡҡандың беренсе кварталында уҡ музыкантты 12,5 миллион һумға байыта. Июндә сыҡҡан клибы үҙе һораған өсөн генә рус телендәге “YouTube” каналында дизлайк буйынса рекорд ҡуйған.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: