Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 12:05

Бәхет ағасҡа бәйләнгән сепрәктәме?

"Ҡайһылай анһат ҡына бәхетле булырға уйлайһығыҙ!" - тип урманға сүп-сар һалыу өсөн тоҡ, бысаҡ алып барҙым да...

Баймаҡ районының Моҡас ауылы ҡыҙы Раушания Сабитова әле ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Тыуған яғына ҡайтҡан һайын тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Быйыл ғына Сабитовтар Ғәҙелша шарлауығына өс тапҡыр барған.

"Тураташҡа күтәрелгәндә тау башындағы ағасҡа байрам шыршыһы кеүек итеп сепрәк-сапраҡ бәйләгәндәрен күреп йәнем әсегәйне. Был юлы Силәбе өлкәһендә йәшәгән инәйҙәремде алып барғанда, үҙем менән махсус рәүештә сүп-сар һалыу өсөн тоҡ, бысаҡ алып мендем һәм бахыр ағасты саҡ таҙалап алдым. Сүп-сар тултырылған тоҡто шунда ҡалдырып тороп, шарлауыҡҡа менеп төшһәм, тағы баяғы ағасҡа туристар сепрәк бәйләп тора.

- Нишләп бәйләйһегеҙ уны? - тип һораным ахырҙа.

- Бәхет өсөн! - тиҙәр.
- Кешегә бәхетте тау башындағы ағасҡа бәйләнгән сепрәк киҫәге килтерәме һуң? Бәхетле булғың килһә, үҙең ҡыбырла, эшлә. Шунда ғына һөҙөмтәһе булыр. Ҡайһылай анһат ҡына бәхетле булырға уйлайһығыҙ! Бына мин ошонан ғына яңы ике тоҡ "бәхет" сисеп алдым, шуға ла шул тиклем бәхетлемен! – тип аңлатырға тырыштым юлаусыларға.

Тәбиғәтте бысратмайыҡ, йәмәғәт! Беҙ республика буйлап күп сәйәхәт итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туристар йөрөгән бөтә урмандарҙа ла шундай ялбыр “бәхет” ағастары осрай. Улар үҙҙәре биҙәнмәгән, әлбиттә, ә кешеләрҙең аңһыҙлығы сәбәпле сепрәк-сапраҡҡа күмелеп, йонсошоп тора.

Киләһе юлы шарлауыҡҡа күтәрелгәндә, үҙем таҙалап ҡуйған ағас янына “Бер нәмә лә бәйләмәгеҙ! Шул үҙе - иң ҙур бәхет” тигән яҙыу ҡуйырға уйланым", - ти Раушания.
Уның изге ғәмәленә һоҡланырға ғына ҡала. Тик Раушания кеүек тәбиғәткә битараф булмағандар ни тиклем генә тырышмаһын, халыҡ үҙе аңына килеп, тирә-яҡты бысратыуҙан туҡтамаһа, тырышлыҡ та, ағастағы яҙыу ҙа файҙа килтермәйәсәк. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа Баймаҡ ҡыҙынан өлгө алайыҡ!
Фото Раушания Сабитованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: