Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 20:50

Ғафуриҙар нисек йәшәй?

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районына эш сәфәренә юлланды.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларында, инфраструктура һәм социаль объекттарҙа булды.
Сәйетбаба ауылында ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто филиалы – урындағы тарихи-мәҙәни үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. “Сәйетбаба” үҙәге ҡарамағында “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле, бейеү төркөмдәре, “Аҡбейек” драма театры, өлкәндәр өсөн клуб уңышлы эшләй. Балаҫ һуғыу, бәйләү һәм кейеҙ баҫыу, ағасты һырлап әйберҙәр яһау, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ эшләү түңәрәктәренә халыҡ күпләп йөрөй. Әйткәндәй, ҡарамағына ошо үҙәк ингән ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектында еңеп, матди-техник базаһын нығытыуға 4,4 миллион һумлыҡ грант алған.
Аралашыу барышында урындағы халыҡ Радий Хәбировтан ауылда инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам һораны.
Республика Башлығы шулай уҡ ауыл табиплыҡ амбулаторияһын ҡарап сыҡты. Ул 3454 кешене хеҙмәтләндерә. Амбулатория ҡарамағында йәнә һигеҙ ФАП эшләй. Радий Хәбиров ҡорамалдарға, дарыуҙарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар әйтеүенсә, учреждениела барыһы ла етерлек, тик бинаға ремонт кәрәк. Төбәк етәксеһе объектҡа капиталь ремонтты планлаштырырға ҡушты.
Имәндәш ауылында республика Башлығы Еҙем йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күперен ҡараны. Имәндәште Ташаҫты ауылы менән бәйләгән берҙән-бер күпер авария хәлендә. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов әйтеүенсә, быйыл яҙ “Башкиргражданпроект” белгестәре ҡоролманы тикшергәндән һуң реконструкция үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапмаған. Радий Фәрит улы мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты.
Фәнзил Сыңғыҙов, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған грант ярҙамында тиҙҙән Еҙем буйында, Уҡлығая итәгендә “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте. Муниципалитет грантҡа тағы ла бер нисә проект әҙерләй.
Родина ауылында Башҡортостан Башлығы “Восход-СТ” ҡошсолоҡ фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Предприятиела ферманы яңыртыу проекты тормошҡа ашырыла. Фабрика етәксеһе Рөстәм Бакиров артабанғы үҫеш мөмкинлектәре, предприятиелағы ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров уны “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Красноусол балалар шифаханаһында ла булды. Коронавирус арҡаһында 6 апрелдән шифахана эшен туҡтатып торған, ә 1 июлдән балаларҙы йәнә ҡабул итә башлаған.
Учреждение директоры Әмирйән Сәфәрғолов әйтеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Роспотребнадзор” күрһәтмәләренә ярашлы, ҡунаҡтарҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп урынлаштыралар. 6 июлгә ҡарата бында 200 кеше ял итә.
Район үҙәгендә республика Башлығы Светлана һәм Николай Фоминыхтарҙың ғаилә предприятиһында булды. Эшҡыуарҙар икмәк, кондитер ризыҡтары бешерә. Икмәкхана ҡарамағында “Тирмән” магазиндар селтәре асылған. Унда предприятие, шулай уҡ райондағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары продукцияһы һатыла. Бында 150-нән ашыу эш урыны булдырылған. Фоминыхтарҙың предприятиеһы шулай уҡ мәктәптәрҙе лә ризыҡтар менән тәьмин итә.
– Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән тәьминәтселәр менән килешеүҙе оҙайтырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Был район өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә отошло.
“Башлыҡ сәғәте”ндә Радий Хәбиров һәм Фәнзил Сыңғыҙов муниципалитетты үҫтереү, район әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү мәсьәләре буйынса фекер алышты. Төбәк Башлығы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: