Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 20:16

Юғалған Азалия хаҡында яңы хәбәр билдәле булды

Аҙыҡ-түлек магазинына инеп, моғайын да, биш мең һум аҡсаны ваҡлатыу өсөндөр инде, керәндил һәм һыу һатып алған. Артабан автобус туҡталышында ниндәйҙер таксиға ултырып киткән...

1969 йылғы Азалия Нотфуллинаны (Исламғолова) эҙләү бер көнгә лә туҡталмай, был эшкә ирекмәндәр ҙә ҡушылған.
Яҡындарының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатынды бер нисә көн элек Үрге Ҡыйғы ауылында күргәндәр. Аҙыҡ-түлек магазинына инеп, моғайын да, биш мең һум аҡсаны ваҡлатыу өсөндөр инде, керәндил һәм һыу һатып алған. Артабан автобус туҡталышында ниндәйҙер таксиға ултырып Өфөгә юлланған.
– Ғәзиз кешебеҙ тураһында берәй хәбәр ишетеү менән йөрәгебеҙ “жыу” итеп ҡала, – ти уның туғандары. – Бик серле юғалыуы шаҡ ҡатырҙы, өҫтәүенә, эҙ яҙҙырып тик йөрөгән һымаҡ тойола башланы. Ибрай ауылында күрҙек тип әйткәйнеләр, шунда ашыҡтыҡ. Үкенескә күрә, тап итә алманыҡ. Әле район үҙәге Үрге Ҡыйғыла тигән хәбәр ишеттек, унда ла юҡ.
51 йәшлек Азалия Илһам ҡыҙы Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында ире менән ғүмер иткән. Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән ҡыҙҙары Өфөлә йәшәгән.
Ҡатындың буйы яҡынса 155 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре ҡара һәм ҡыҫҡа, күҙҙәре көрән, өҫтөнә ҡара-күк куртка, ҡара-зәңгәр свитер, ҡара салбар, аяғына ҡара кеды кейгән.
Азалия Нотфуллина тураһында ҡош телендәй генә булһа ла яңылыҡ белеүселәр 89373116606 телефоны буйынса Гөлфиәгә шылтыратһын ине.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: