Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 11:46

Рамазановтар ҡасан уллы булыр?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу, йәш йырсылары Зинира һәм Ризат Рамазановтар ғаиләһендә матур ҡыҙ үҫә. "Беҙҙең сәскәләй ҡыҙыбыҙ бар, хәҙер шундай бер ул кәрәк. Малай булһын өсөн

нимә эшләргә кәрәк икән?" - тип кәңәш һораған үҙенең социаль сәхифәһендә Зинира Рамазанова.
Йырсының виртуаль дуҫтарына был һорау бик ҡыҙыҡ тойолған һәм яуап биреүселәр ҙә күп булған. Кемдер шаяртып "Төндә йоҡламаҫҡа кәрәк", "Өс ай буйы ултырҙы бит халыҡ, һеҙ өлгөрмәнегеҙме әле?" тиһә, икенселәре төрлө кәңәштәрен дә биргән. "Ризат улым, мендәр аҫтына балта һалып ят, биллаһи, малай була. Ысын, ышан, балам!" тигән яҙыу барыһын да уҙҙырған.
Малайлы булырмы, юҡмы, уныһын ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа кәңәш биреүселәрҙең дә фекерҙәренә ҡолаҡ һалырҙар ул...
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: