Баҡтиһәң, был хатты “Роспотребнадзор” ебәргән икән. Унда яҙылыуынса, билдәле йырсы коронавирус пандемияһы ваҡытында үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙоуҙа ғәйепләнә. Ә Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, ул үҙен ғәйепле тип һанамай.
“19 мартта сыҡҡан ҡарарға ярашлы, сит илдән ҡайтҡан кешеләр өсөн ике аҙналыҡ карантин ҡаралды, – тип яҙған йырсы. – Әммә мин сит илдән түгел, Мәскәү ҡалаһынан ҡайттым. Өҫтәүенә, документта билдәләнеүенсә, ун көн эсендә генә ялыу яҙыу хоҡуғым бар. Ә хатты тик 5 июлдә алдым. Миңә ҡарата был ҡарар иһә 1 июндә ебәрелгән”.
Шулай итеп, йырсынан штраф түләттермәкселәр. Яҡташыбыҙ был хәлгә асыҡлыҡ индермәксе.