Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 11:28

“Промсвязьбанк” 3,99 процент менән ипотека кредиты бирмәксе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Промсвязьбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте рәйесе Петр Фрадков онлайн тәртибендә эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән банк араһында төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү, шулай уҡ республикалағы мөһим проекттарға булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Коронавирус пандемияһы шарттарында беҙ иҡтисадтың һәм бизнестың тотороҡлолоғон арттырыу йәһәтенән мөһим сараларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бер нисә ҙур банк төбәктә социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү маҡсатында беҙҙең менән үҙ-ара эш итеү тураһында меморандум төҙөнө. “Промсвязьбанк” менән эшләү беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ, өҫтәүенә республикала эш әүҙемлеге арта башланы. Уртаҡ тырышлыҡты йүнәлтеү юҫығын табырбыҙ, тип ышанам.
Петр Фрадков әйтеүенсә, “Промсвязьбанк” республикаға ҙур өмөт бағлай. Ул, финанс институты Башҡортостандағы конкурентлы банк баҙарының бер өлөшөнә әүерелер, тип ышаныс белдерҙе.
Радий Хәбиров һәм Петр Фрадков Башҡортостандың инвестиция программаһына булышлыҡ итеү мәсьәләһе, шулай уҡ республика халҡы өсөн ташламалы ипотека кредитлауы буйынса фекер алышты. Атап әйткәндә, бюджет өлкәһе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса йыллыҡ ставканы 3,99 процентҡа тиклем түбәнәйтеү мөмкинлеге ҡаралды.
– Бик ҡыҙыҡлы тәҡдим, – тине Радий Хәбиров. – Эште хәҙер үк башлайыҡ, тейешле күрһәтмә бирәм. Тап бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш баҙарының этәргесенә әүерелергә тейеш.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в