Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 15:05

Иҫерек әсәне танығандар бармы?

Видеояҙманы ҡарағанда, ысынлап та, сәстәр үрә торорлоҡ. Ике баланы эйәрткән ҡатындың өҫ-башы

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә яр буйында йөрөгәндә иҫерек әсәнең сабыйын туҡмағанын күреп, видеоға төшөргәндәр. Аҙаҡ әсә улын юл буйлап өҫтөрәгән. Шаһиттарҙың асыу-ярһыуы аңлашыла, тик ниңә уны туҡтатырлыҡ көс тапмағандар?
Видеояҙманы ҡарағанда, ысынлап та, сәстәр үрә торорлоҡ. Ике баланы эйәрткән ҡатындың өҫ-башы бысраҡ, сайҡала-сайҡала килә. Видео авторы уның менән һөйләшергә теләй, тик тегенең теле көрмәлә. Шунан алда иҫерек ҡатын балаһын туҡмаған. Дүрт йәшлек сабый, әсәһенән ҡасып, ҡыуаҡтар артына йәшеренә, тик унан сығыу менән туҡмаҡ ала.
Кешеләр туҡталып, ҡатындың балаһын туҡмалыуҙан араларға маташа, әммә иҫерек әсә бер кемдең дә һүҙенә ҡолаҡ һалмай. Видеояҙманы төшөрөүселәр был ваҡиғаға хоҡуҡ һаҡлау органдары мотлаҡ иғтибар итер тип өмөтләнә.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: