Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 12:22

Эремсектән тәмлекәс

Яҡындарығыҙҙы тәмлекәс менән һыйлағыҙ әле.Был тәмлекәс өсөн эремсекте ваҡ иләк аша үткәрәбеҙ. Духовкала ла, парҙа ла бешерергә мөмкин.

Эсенә емеш-еләк, сәтләүек һалып ебәрергә була.
Әҙерләү өсөн 500 грамм эремсек, өс йомортҡа, биш ҡалаҡ шәкәр, көнбағыш майы, алты ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.
Башта эремсекте һауытҡа һалабыҙ ҙа эре төйөндәр ҡалмаһын өсөн ваҡлайбыҙ. Һыулы ла, ныҡ ҡоро ла булырға тейеш түгел, юғиһә бешергәндә ярыла. Унда йомортҡа менән шәкәрҙе бергә ҡушып бутайбыҙ. Алты ҡалаҡ өйөп он һалабыҙ. Үҙегеҙ самалап күберәк тә ҡушырға була. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан эремсектәр эшләйбеҙ.
Табаны утҡа ҡуйып, көнбағыш майы һалабыҙ ҙа өҫтәре ҡыҙарғансы ике яғынан да икешәр минут тирәһе бешерәбеҙ.
Гөлнара Зәйнетдинова
Фото: интернет
"Ашҡаҙар" гәзитенән
Читайте нас: