Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 12:05

Бер ай эсендә – ярты миллион һум!

Зәйнетдин аҡса эшләү уйы менән бройлер себештәре һатып ала һәм...

Коронавирус инфекцияһы таралыуы арҡаһында килеп тыуған хәл күптәрҙең бәкәленә һәм кеҫәһенә һуҡты, шул иҫәптән сәхнә әһелдәренә лә – улар концерттарһыҙ, тимәк, аҡсаһыҙ ҡалды. "Инстаграм"да мультиинструменталист, бөгөн Башҡоростандағы иң билдәле музыканттарҙың береһе Зәйнетдин дә үҙенең кәмәһе ҡомға килеп терәлгәне хаҡында хәбәр итте һәм бер ай эсендә 500 мең һум аҡса эшләргә вәғәҙә бирҙе. Күптән түгел ул һөҙөмтәләр менән уртаҡлашты:
“Үҙ командама һәм яҙылыусыларға миңә ауыр хәлдән сығырға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Был ай эсендә беҙ “Зәйнетдин шоп” магазинын булдырҙыҡ, унда ҡумыҙҙар һәм бүләккә сувенирҙар һатыла, шулай уҡ “Турбо-ял итеү” проекты булдырылды (был проект сиктәрендә йылға буйлап кәмәлә ағыуҙар, тәбиғәт ҡосағында ял көндәре ойошторола – авт.), уның ярҙамында һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың төрлө хозур ерҙәрендә төрлө кешеләр менән ял итеү мөмкинлегенә эйә булаһығыҙ”.
Артабан Заһир өсөнсө шөғөлө менән уртаҡлаша: ул яҙғыһын бройлер себештәр һатып ала. “Беҙ уларҙы ауылда үҫтерәбеҙ, улар ҙурая – был тиҙҙән банк картамда йыйылған сумманы 500 мең һумға тиклем еткерәсәк”, – ти Заһир һәм "Сбербанк Онлайн" ҡушымтаһының скриншотын күрһәтә, унда йәмғеһе 389 071 һум йыйылған.
“Был минең өсөн еңелдән булманы, тәү сиратта үҙ-үҙемә маҡсат ҡуйҙым, шул хәтлем ҙур сумманы күҙ алдына ла килтереү ҡыйын ине. Етмәһә, пандемия, күп урындарҙа эшләмәйҙәр. Әммә беҙ тырыштыҡ”, – тип үҙ тәьҫораттарын еткерҙе егет.
Кемдер уны һаман “Башҡортса Әлифба” йыры өсөн әрләй, ә ул үҙ көсө менән бер ай эсендә ярты миллион һум тиерлек аҡса эшләүгә өлгәшкән. “Был йырыңдан һуң һинең үҙеңде башҡорт тип йөрөтөргә хаҡың юҡ!” тип үтә ҡатҡыл өндәшкәндәр Заһирҙың ошо тырышлығы хаҡында ишетһә, милләттәше менән ғорурланырмы икән?..
.
Фото: Зәйнетдиндең шәхси архивынан.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: