Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2020, 12:11
Башҡортостан башлығы йәнә иҫерек водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 6 июлдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йәнә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Дәүләт автоинспекцияһы етәкселегенә эскән водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты.
Был
июндә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары
менән бәйле.
«Был аҙнала ошо эшкә тотоноғоҙ. Иҫеректәр күп йөрөй, башлағыҙ, көсәйтегеҙ. ЮХХДИ-ның иҫкәртеү саралары байтаҡ, улар быны эшләй белә. Барыһы ла һәйбәт булһа, мин өндәшмәйем. Ләкин бер-бер артлы ике ошондай осраҡ эскән килеш рулгә ултырырға ҡурҡмауҙары хаҡында һөйләй. Был беҙҙең етешһеҙлек – һеҙ уны төҙәтергә тейешһегеҙ. Аҙна аҙағына ошо йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыуығыҙ тураһында миңә еткерегеҙ», — тине Радий Хәбиров республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаевҡа.
https://www.bashinform.ru/bash/1469860/
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде