...Илһам ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫә. Әсәһе – уҡытыусы, абруйлы зат, атаһы – тракторсы, ауыл ерендә иң кәрәкле кеше. Ошо кәрәклелеге уны харап итә лә инде: йәш көйө тамам эскесегә әүерелә. Ғаиләне боҙмайым, малайҙы атайһыҙ үҫтермәйем тип, әсәһе яңғыҙы тырышып донъя көтә, мәктәп менән өй араһында йүгерә. Ә Илһам, өйҙәге ыҙғыштан ҡасып, күп ваҡытын урамда үткәрә, тиҙ генә ялған дуҫтар ҙа табыла, һәм яңылыш юлға баҫҡанын үҙе лә белмәй ҡала: алдашырға, тартырға, эсергә өйрәнә.