Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Июль 2020, 12:30
Әхирәтенең смс-хәбәренә ышанып
Ғәмәлдә был аккаунт күптән уныҡы булмай сыға
Өфөлә йәшәгән 66 йәшлек ҡатын социаль селтәрҙә әхирәтенән смс-хәбәр ала. Унда банктың, отошло лотерея уйнатып, клиенттарына аҡса бүләк итеүе тураһында яҙылған була. Отошто алыу өсөн картаның реквизиттарын ғына ебәреү талап ителә, шунан, ғәҙәттәгесә, система смс-хәбәр менән килгән кодты ла һорай. Ышаныусан ҡатын бөтә талаптарҙы ла теүәл генә үтәй. Тик бына уға бүләк урынына үҙ картаһындағы 50 мең һумы ҡайҙалыр билдәһеҙлеккә "оса".
Ошондай талау схемаһынан да һаҡ булығыҙ: мут әҙәмдәр, аккаунтты емереп, уның хужаһы исеменән дуҫтарына смстар ебәреп тә алдай ала.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/hir-tene-sms-h-b-ren-ishanip-353250/
Читайте нас: