Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 62 йәшлек Өфө кешеһе Renault Logan еңел автомобиленә идара идара итә алмай, оло юлдан төшөп китә һәм һөҙөмтәлә машина түңкәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан водителде дауаханаға оҙаталар. Ә уның пассажиры, 62 йәшлек Шишмә районы кешеһе авария урынында йән бирә.
Аҙаҡ Өфө кешеһенең сит ил автомобиленә иҫерек килеш идара итеүе билдәле була.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 2200 кешегә протокол төҙөлгән, ә 55 водитель иһә руль артына иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң ултырып, юлға сыҡҡан.