Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Июль 2020, 15:25

Аварияла - 12, янғында - өс, һыуҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән

Был ни бары бер аҙна эсендә.

Был аҙнала бәхетһеҙ осраҡтарҙан, авария һәм янғындарҙан күпме кеше һәләк булған? Һәр ваҡыттағыса был һорауҙарға Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында яуаптар бирелде.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала теркәлгән 73 аварияла 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 15 үлем осрағына кәмерәк, тик ҡыуанырға иртә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 215 янғында өс кеше үлгән. Һыу ятҡылыҡтарында алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың бөтәһе лә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында йөҙгән.
Эйе, һандарҙа кәмеү күҙәтелһә лә, бәхетһеҙ осраҡтарҙан өҙөлгән ғүмерҙәр бик йәл. Радий Фәрит улы июндә булған “иҫерек аварияларға” әйләнеп ҡайтырға ҡушты. Ул саҡта бер аҙна эсендә ике иҫерек ир бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең башына еткәйне.
– Был аҙнала әлеге тарихтарҙың осона сығығыҙ. Иҫеректәр күп йөрөй башланы, был өлкәлә контролде көсәйтергә кәрәк. ЮХХДИ был йәһәттән эшләй белә, иҫкәртеү саралары күп уларҙың. Рәттән ике иҫерек балалар үлтерҙе – тимәк кешеләр иҫерек килеш руль артына ултырырға ҡурҡмай. Был беҙҙең эшләп еткермәү, төҙәтегеҙ хәлде, – тине Радий Хәбиров Алан Марзаевҡа.
Янғындарға килгәндә, был йәһәттән дә үлемдәр осрағын кәметеүгә өлгәшелде. Быны кисәге хәл дә дәлилләй. Өфөлә күп фатирлы йорттарҙың береһендә сыҡҡан янғында 18 кешенең, шул иҫәптән алты баланың ғүмере ҡотҡарылды. Өлкән йәштәге ир менән ҡатынды янғын һүндереүселәр хатта күтәреп сығарҙылар. Һөҙөмтәлә, әле балалар дауаханала, иң мөһиме бөтәһе лә иҫән.
Радий Фәрит улы был йәһәттән айырылған ҡотҡарыусыларға наградалар бирергә ҡушты.
– Кем нимә тип әйтмәһен, беҙҙә үлем осраҡтары кәмей. Хатта коронавирус та статистиканы боҙа алманы. Ниндәй өлкәлә шөғөлләнәбеҙ, шунда күрһәткестәр яҡшыра. Шуға күрә бөтә йүнәлештәргә лә иғтибарҙы арттырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Avariyala-12-yan-inda--s--iu-a-alti-keshene--mere--lg-n-354129/
Читайте нас: