Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2020, 12:35

Тракторға бәйле тағы бер фажиғә

Был юлы Башҡортостан аграр-технология колледжы мастеры...

Һуңғы ваҡытта тракторҙарға бәйле авариялар ҡырҡа артты, республикала быға тиклем булмаған күренеш. Сираттағы фажиғә Илеш районында теркәлде. Был юлы Башҡортостан аграр-технология колледжы мастеры менән бәхетһеҙ осраҡ булған.
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлдә силос массаһын тығыҙлағанда 60 йәшлек ир “К-710” тракторында ауа һәм алған йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү үткәргәндән һуң фажиғә сәбәптәре билдәле буласаҡ.
Фото: БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: