Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2020, 12:30

Луизаның балалары ҡайҙа йәшәй?

Салауат ҡалаһын бөтә илгә танытҡан кассир Луиза Хәйруллинаны хәтерләйһегеҙме? Хәле нисек икән?

Бынан бер йыл самаһы элек бар республиканы шаңҡытҡан ваҡиғаны иҫләйһегеҙме? Салауат ҡалаһында йәшәгән кассир үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап, ғаиләһе, ире һәм ике балаһы менән ғәйеп булғайны. Уларҙы ике ай самаһы эҙләгәс, күрше Ҡазандан таптылар. Әлеге ваҡытта Луиза СИЗО-ла хөкөм ҡарары көтә. Ире Марат – өй шарттарындағы һаҡ аҫтында.
Әйткәндәй, бер йыл элек, тап ошо көндә - 4 июлдә табылғайны Хәйруллиндар ғаиләһе. Уларҙың ғаиләһендә ниндәй яңылыҡтар бар икән? Ә иң мөһиме ҡыҙҙар ҡайҙа? “Реальное время” баҫмаһы хәбәрселәре Луизаның адвокаттары менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм уның хәлен белешкән.
Асыҡланыуынса, яңыраҡ ҡына Луизаға ла, ире Маратҡа ла һаҡ аҫтында булыу ваҡытын тағы бер айға оҙайттылар. Адвокат Алла Воропаева белдереүенсә, әле енәйәт эшен тикшереүҙә артыҡ ҙур яңылыҡтар юҡ.
Балаларға килгәндә, атаһы менән әсәһе ҡулға алынғас, уларҙы Луизаның атаһы опекаға алып, үҙе ҡарай ине. Әле адвокат белдереүенсә, ҡыҙҙарҙың олатаһы Рәмил Мулләхмәтовтың опека ваҡыты үткән һәм хәҙер ҡыҙҙар атаһы менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Марат әле һаман өйҙәге һаҡ аҫтында.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: