Үҫмерҙәр үҙҙәренең тыйнаҡһыҙлығы, башбаштаҡлығы, үҙ һүҙлелеге арҡаһында ниндәй генә бәлә-ҡазаларға юлыҡмай? Был юлы күңелһеҙ ваҡиғаға 16 йәшлек үҫмер сәбәпсе булды.
“UfacityNews.ru” хәбәр итеүенсә, “Ҡояшлы” пляжында ял иткән үҫмер, тирә-яҡтағыларға оҫталығын күрһәтмәксе булып, шоу ойоштора. Бысаҡ ырғытыу буйынса ул ниндәй шәп, йылғыр, йәнәһе. Тик күңелле башланған уйын саҡ фажиғә менән тамамланмай – бысаҡ ял итергә килгән ирҙең ҡорһағына ҡаҙала.
“Ашығыс ярҙам” яраланыусыны - дауаханаға, полиция уйын ҡороусыны участкаға алып китә. Асыҡланыуынса, бысаҡ ырғытыусы үҫмер - авиация колледжының беренсе курс студенты. Ғәйебен таный ҙа бит, тик һуң...