Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2020, 13:35

"Типтереп йәшәп ҡалам!"

Тигән "әсә"нең ике бәләкәй балаһы бетләп бөткән...

Ағиҙел ҡалаһы прокуратураһы балаларын тәрбиәләмәгән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асҡан.
“Ағиҙел уттары” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, әсә кеше ике сабыйын бөтөнләй ҡарамаған, "типтереп" йәшәүҙе хуп күргән. Һөҙөмтәлә бәләкәстәрҙе приютҡа урынлаштырғандар, ә ҡатынды әсәлек бурысын тейешле үтәмәүҙә ғәйепләгәндәр.
Прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 48 йәшлек ҡатын әхлаҡһыҙ тормош алып барған. Балаларына бөтөнләй иғтибар итмәүе уларҙың һаулығына йоғонто яһамай ҡалмаған. Өҫтәүенә бәләкәстәр бет эләктергән.
Күҙәтеү органынан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙы медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тикшергән. Улар социаль приютҡа урынлаштырылған. Суд ҡатынды ғәйепле тип таныған һәм уға ҡарата мотлаҡ эштәрҙе атҡарыу рәүешендә енәйәт язаһы бирелгән.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: