Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2020, 12:15

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ни өсөн урам һеперә башлаған?

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡумыҙсы Өфө парктарының береһен һепереү менән мәшғүл.

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһенә бик үҙенсәлекле видеояҙма ҡуйҙы. Унда танылған ҡумыҙсы Өфө парктарының береһен һепереү менән мәшғүл.
"Урам һепереп йөрөгәндә йәш саҡтар иҫкә төштө. Ул саҡта беҙ урам да һеперҙек, ҡарауылсы ла булып эшләнек, йөк-йөк вагондар ҙа тейәп оҙаттыҡ. Ә тормошта мин ҡумыҙ сәнғәтен һайланым һәм был өлкәлә уңыш яулап, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән исемгә лайыҡ булдым.
Дуҫтар, туғандар! Һеҙ ҙә үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлағыҙ һәм уға тоғро ҡалып эшләһәгеҙ, мотлаҡ уңыш йылмайыр!” – тип мөрәжәғәт итте ул социаль селтәрҙәге дуҫтарына.
Ә шулай ҙа билдәле ҡумыҙсы ни өсөн урам һепереп йөрөй һуң? Был һорауға яуап бик ябай: баш ҡалабыҙҙың И. Якутов исемендәге паркында урынлашҡан “Тирмәләр ҡаласығы”нда Зәйнетдиновтар ғаиләһе халыҡҡа милли музыка ҡорамалдары, милли биҙәүестәр, милли футболкалар тәҡдим итә. “Сауҙа нөктәбеҙҙең, йәғни тирмәбеҙҙең эсе генә түгел, тышы ла бөхтә булырға, ялтырап торорға тейеш”, - ти музыкант.
Уңыштар теләйек эшһөйәр башҡорт ғаиләһенә!
Фото: видеонан скриншот.
Видео М. Зәйнетдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: