Өфөнөң “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеменә лайыҡ булыуы айҡанлы крайҙы өйрәнеүселәр, баш ҡалабыҙ буйлап экскурсиялар ойоштороусылар ҙа үҙ фекерҙәрен белдерҙе, сөнки тап улар ҡалабыҙҙың тарихи үткәнен һәм бөгөнгө матур урындарын барыбыҙға ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә.
“Был яңылыҡты ишетеү менән күңелдә ғорурлыҡ, тулҡынланыу хистәре тыуҙы, - ти экскурсия ойоштороусылар гильдияһы рәйесе Марина Игнатьева. – Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ 17-18 йәштә генә килеш станок артына баҫып, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән.
Атайымды 17 генә йәшендә цех начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул электричкала Өфөнән Черниковкаға йөрөп эшләй. “Заводта йәшәнем, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Ял көнөнә генә өйгә ҡайта торғайным” тип һөйләр ине ул. 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең станок артында торған килеш йоҡлап киткән саҡтары ла аҙ булмай, сөнки эш көнө 12, 14, ҡайһы берҙә хатта 16-шар сәғәт дауам итә. Шул балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең ил, Еңеү өсөн мөһим эш башҡарыуын аңлап, ниндәйҙер дәрт, ышаныс менән эшләй, ауырлыҡтарға бирешмәй.
Эйе, Өфө хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә ҡалмай. Уны бомбаға тотмайҙар. Әммә “Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн!” лозунгыһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала халҡы өсөн йәшәү девизына әйләнә.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда шундай мәртәбәле исемдең бирелеүе үтә мөһим. Өфөнөң Еңеүгә индергән өлөшө, уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тормошо тураһында беҙ йәш быуынға күберәк һөйләйек. Улар быны белергә тейеш”.
Ошондай уҡ фекерҙе крайҙы өйрәнеүсе Анатолий Чечуха ла хуплай. “Һуғыш йылдарындағы хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн Өфөнө шундай абруйлы исем менән ҙурланылар. Күп заводтарҙы, халыҡты һыйындырыуҙан тыш, баш ҡалабыҙ эвакогоспиталдәр үҙәгенә лә әйләнә. Был, әлбиттә, бик лайыҡлы награда”, - тине ул.