Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2020, 00:30

Хәйерле сәғәттә!

Бөгөн сығарылыш уҡыусыларының тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы башланды. Ул ниндәй шарттарҙа үтә?

Тотош ил буйынса, шул иҫәптән республикабыҙҙа Берҙәм дәүләт имтихандары башланды, улар 25 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Бөгөн, 3 июлдә, рус әҙәбиәтенән (республика буйынса уны тапшырыусылар һаны – 986 уҡыусы), географиянан (543 кеше) һәм информатиканан (3671 кеше) һынауҙар үтә. Етди сәбәп менән имтиханға килә алмаған уҡыусылар уны август айында булдырылған өҫтәмә ваҡытта тапшыра аласаҡ.
Быйыл XI класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары һәм талаптары бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе. Беренсенән, уларҙы уҙғарыу көндәре кисектерелде, икенсенән, Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, аудиторияларҙа кеше һаны күпкә аҙыраҡ, ҡатнашыусылар 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыла. Һөҙөмтәлә, имтихан үткәреү пункттары һәм аудиториялар һаны арттырылды.
БДИ барышын республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ, йәмәғәт күҙәтеүселәре, онлайн-күҙәтеүселәр һәм дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары контролдә тота.
БДИ тапшырыуға йәмғеһе 19093 ғариза ҡабул ителгән, шуның 17647-һе – быйыл мәктәпте тамамлаусылар, 1446 кеше – элекке йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары.
Ғариза биреүселәрҙең 90 проценты рус теленән, 58,5 проценты профилле математиканан, 37,3 проценты йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һынау тота. Шулай уҡ йылдағыса биология, физика, химия һәм тарихтан имтихан тапшырыусылар ҙа күп кенә.
Быйылғы һынауҙарҙың тағы бер үҙенсәлеге – элекке йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары 2020 йылда мәктәп тамамлаусылар менән бер үк имтихан тапшырыу пунктында һынау бирә.
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, БДИ тапшырыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәр йәһәттән тәьмин ителә: контактһыҙ термометрҙар ярҙамында тән температураһы үлсәнә, 1,5 метр ара һаҡлау өсөн махсус билдәләр ҡуйылған, аудиториялар, һауа даими дезинфекциялана. Имтихан тапшырыусылар мотлаҡ битлектә, ә хеҙмәткәрҙәр битлектә һәм бирсәткәлә булырға тейеш.
Быйылғы БДИ объектив шарттарҙа үтһен өсөн өс ситуацион үҙәк эшләйәсәк, уларға 220 онлайн-күҙәтеүсе йәлеп ителә. Шулай уҡ имтихандар барышын контролдә тотоу өсөн 75 төбәк һәм 649 муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән.
Фото: news.myseldon.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: