Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2020, 13:30

Өфө тантана итте

Байрам уңайынан 800-ҙән ашыу залп бирелде.

Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү хөрмәтенә уның Ленин майҙанында байрам салюты булды. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы 800-ҙән ашыу залп бирелгән.
Рәсәй Президентының 2 июлдәге Указы менән “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеменә илебеҙҙең 20 ҡалаһы лайыҡ булды. Өфө һәм республика халҡы Өфөгә ошо исемде биреүҙе хуплап, 1,2 миллиондан ашыу ҡултамға йыйҙы.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в