Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2020, 17:30
Егет тә, ҡыҙҙар ҙа үтә йәл...
Кисә Өфө - Яңауыл юлының Благовещен районындағы өлөшөндә ҡот осҡос юл фажиғәһе булыуы, өс кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
Кисә Өфө - Яңауыл юлының Благовещен районындағы өлөшөндә ҡот осҡос юл фажиғәһе булыуы, өс кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
Бөгөн тағы ҡайһы бер мәғлүмәттәр асыҡланды. Билдәле булыуынса, тигеҙ юлда "Дэу Нексия" һәм "Шевроле Нива" автомобилдәре бәрелешкән. Урында уҡ һәләк булған "Дэу Нексия" водителенә 26 йәш, ул Иглин районынан. Унан тыш ошо уҡ машиналағы ике ҡыҙ ҙа һәләк булған, тип хәбәр итә республиканың ЮХХДИ идаралығы.
"Нива"ға 61 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән. Ул һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Авария үҙенсәлектәрен асыҡлау дауам итә. Әйтеүҙәренсә, фажиғә сәбәбе юғары тиҙлек булыуы ихтимал.
Фото: "Горобзор"
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Eget-t--i-ar-a-t-y-l-352667/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла