Уларҙың тормошо барышы, эшмәкәрлектәре һәм яңылыҡтары тураһында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренән белеп торабыҙ.
Йәш йырсы Гөлназ Асаева Инстаграмдағы сәхифәһен әүҙем алып бара. Уның нимә яҙғанын күптәр күҙәтеп бара, комментарийҙар менән тултыра. Әле ошо көндәрҙә баҫылған сираттағы яҙмаһы халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Уффф... тормошомда шул тиклем ваҡиғалар күп. Һөйләгем килә, тик ярамай, күҙ тейә. Оҙаҡламай, был яңылыҡты һеҙгә һөйләрмен тип уйлайым. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә шок хәлендә буласаҡһығыҙ. Ә әлегә фараздарығыҙҙы яҙа тороғоҙ”, - тип яҙҙы Гөлназ.
Яҙма аҫтында шунда уҡ комментарийҙар тулды. Әлбиттә, иң йыш фараз – Гөлназ кейәүгә сыға тигән булды. Ә ниңә сыҡмаһын? Ваҡыты еткән, йөрөгән егете лә бар тиҙәр. Парлы булып йәшәү бәхет бит.
Унан ары килгән икенсе фараз буйынса, Гөлназ ауырлы. Артабан, әллә уның әсәһе, шулай уҡ билдәле йырсы Лилиә Биктемирова ауырлы һәм Гөлназ апай булырмы тип фараз йөрөтөүселәр ҙә бар.
Нисек кенә булмаһын, яңылыҡтар яҡшы булһын. Моғайын, Гөлназ оҙаҡламай үҙе серен сисер.