“Беҙ ошо матурлыҡ менән кинәнеп йәшәйбеҙ. Баш ҡалабыҙҙы тағы ла гүзәлерәк итеү өсөн бик күп кешеләр көс һала, хеҙмәт итә. Беҙ – сәнғәт кешеләре лә уны үҙ ижадыбыҙ менән данлайбыҙ, танытабыҙ. Күп милләтле тамашасыларымды ныҡ яратам, хөрмәт итәм һәм бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек теләйем”, – тине Өфөнөң Почетлы гражданы.