Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Июль 2020, 19:35

Егеттәр армия сафына баҫа

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдән 15 июлгә тиклем уҙғарыла. Әле 135 мең кеше әрме сафына баҫырға тейеш.

Егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм оҙатыу планы коронавирус сиренең таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән бөтә саралрҙы теүәл үтәп, билдәләнгән тәртиптә һәм ваҡытта тормошҡа ашырыла. Быйыл йәштәрҙе хәрби хеҙмәт урынына самолет менән дә оҙаталар.
Республика хәрби комиссары Игорь Харченко әйтеүенсә, әле өс самолет оҙатылған да инде. Тиҙҙән тағы ла өс самолет юлға сығасаҡ. Егеттәр төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәк. Әле 2500-ҙән ашыу кеше Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәй. Йәштәрҙең күпселеге Көнбайыш һәм Көнсығыш округтарҙа хеҙмәт итә.
Хеҙмәткә саҡырылғандар Йыйылыу пунктында йәшәй. Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин районы хәрби комиссариатында ла улар өсөн урындар булдырылған. Кемдеңдер коронавирус менән сирләүе асыҡланһа, уны шунда уҡ йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына оҙатасаҡтар.
Бөтә транспорт сараларында дезинфекция үткәрелә. Хеҙмәт итеү урынына ебәрелер алдынан егеттәр ауырыуға тест үтә. Уларҙың һәр ҡайһыһына әйберҙәр, банк һәм шәхси электрон карталар, шәхси һаҡлыҡ саралары тапшырыла.
Яҙ Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә биш меңдән ашыу кешене оҙатыу күҙаллана. Был – Үҙәк хәрби округ төбәктәре араһында иң ҙур күрһәткес.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: