Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Июль 2020, 23:10

Был – атай-олатайҙарыбыҙҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһалау

Баш ҡалабыҙ Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеме бирелеү айҡанлы бихисап билдәле шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тарихсылар үҙ фекерен белдерҙе. Тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов был ваҡиғаның әһәмиәтен нисек баһаланы?

"Беҙ был ҡарарҙы күптән көтә инек. Халҡыбыҙҙың фронтта ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен яҡшы беләбеҙ, әммә ҡайһы саҡ тылдағы кешеләрҙең ҡаһарманлығы, Еңеү ҡоралының тап улар тарафынан ҡойолғаны, тыуған төйәгебеҙҙең меңдәрсә эвакуацияланған кешене һыйындырғаны тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Иң мөһиме – тыл һуғыш йылдарында иҫ киткес берҙәмлек күрһәтә.
Ул саҡта Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһының баш ҡалаһы булған Өфө бихисап эвакуацияланған гражданды, предприятиеларҙы ҡабул итеп, оборона тауарҙары, яғыулыҡ, яугирҙәр өсөн вакциналар етештереүҙе яйға һала. Бынан тыш, беҙҙә ил һаҡсылары өсөн хәрби кейем, төрлө кәрәк-яраҡ, техника етештерелә. Шуға күрә әлеге юғары исем, һис шикһеҙ, лайыҡлы бирелде, тип һанайым.
Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты Владимир Путиндың Өфөгә һәм башҡа бер нисә ҡалаға ошондай юғары исем биреү хаҡындағы тәҡдименә ҡарата ыңғай һөҙөмтә сығарҙы. Был Указ – ҙур шатлыҡ, ғорурлыҡ, атай-олатайҙарыбыҙҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһалау. Һәм ул беҙгә ниндәйҙер кимәлдә яуаплылыҡ та өҫтәй: яугирҙәргә Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа ярҙам иткән хеҙмәтсәндәрҙең яҡты рухына лайыҡлы булырға тейешбеҙ", - тине тарихсы.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: