Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Июль 2020, 21:25

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 5 497-гә еткән

3 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 5 497-гә еткән. Тәүлек эсендә республикала улар 47-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булғандар һаны тураһында хәбәр ителмәй, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытта улар – 18 кеше. Был һан һуңғы бер нисә аҙна дауамында үҙгәрмәй.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш штабы мәғлүмәтенә ярашлы, төбәктә 3 201 кеше һауыҡҡан, 57-һе — һуңғы тәүлектә. 2 278 кеше дауалана.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 718 сирле асыҡланған, 176 үлем осрағы теркәлгән. Илдә йәмғеһе 667 883 кеше коронавирус йоҡторған. Бөтә осорҙа 9 859 кеше коронавирустан вафат булған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в