Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Июль 2020, 23:20

Ҡатын-ҡыҙҙар, абай булығыҙ!

Ошо көндәрҙә 38 йәшлек ҡатын бер ир менән танышҡан, уны өйөнә ҡунаҡҡа саҡырған. Ипле һәм итәғәтле ир, эсеп алғас, хужабикәне...

Бөгөн генә танышҡан ирҙе ҡунаҡҡа саҡырһаң, нимә була? Тәүге осраған иргә ышанырға яраймы? Бәләбәй ҡалаһында булған аянсылы ваҡиға ошо һорауҙарға яуап бирә.
Ошо көндәрҙә 38 йәшлек ҡатын бер ир менән танышҡан, улар ҡала урамдарын йөрөп әйләнгән. Унан һуң гүзәл зат яңы танышын өйөнә ҡунаҡҡа саҡырған. Мәжлес ойошторғандар, алкоголле эсемлектәрһеҙ ҙә булмаған.
Ир тәүҙә шундай ипле һәм яғымлы тойолған. Әммә эсеп алғас ул ҡатынды туҡмай башлаған һәм алтын биҙәүестәрен тартып алған.
Унан ул сығып юғалған. Тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ирҙең эҙенә төшкән. Шөкөр, уны тотҡандар, ул енәйәт ҡылғанын таныған. Әйткәндәй, бығаса ул талау өсөн хөкөм ителгән булған.
Ҡатын-ҡыҙҙар, абай булығыҙ!
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: zab.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: