Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июль 2020, 14:40

Эльмира табуттарҙы ҡосаҡлап илаған...

Мазовтарҙы мосолман зыяратында ерләгәндәр.

Үткән аҙнала, 25 июндә Мазовтарҙың балаларын ерләнеләр. Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, былтыр 26 октябрҙә юғалған малайҙарҙың кәүҙәләрен 20 июндә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларынан тапҡайнылар. Суд-медицина экспертизаһы үткәрелгәс, ниһайәт, балаларҙы ер ҡуйынына тапшырҙылар.
Әле бөгөн асыҡланыуынса, уларҙы Өфөлә түгел, ә республика ауылдарының береһендә ерләгәндәр. Баҡһаң, Эльмира сығышы менән шул ауылдан булған. “Уфа1” баҫмаһы хәбәрселәре зыяратта булып, урындағы халыҡ менән аралашҡан.
Мосолман зыяратында ерләнгәс, уларҙың ҡәберлектәрендә мосолман исемдәре – Ильяс менән Салауат тора.
– Әсәләре яғынан балалар татар милләтенән. Беҙҙең йола буйынса фамилияһы менән атаһы исемен ҡалдырырға мөмкин, тик исемдәрен түгел. Рус исемдәрен һәйкәлгә яҙырға ярамай, – тигән ошо ауылда йәшәгән ҡатын (беҙ бындай йоланы белмәйбеҙ - ред).
Был ҡатын белдереүенсә, малайҙарҙы икеһен ике табутта ерләгәндәр, тик ҡоймалары уртаҡ. Балаларҙың үлгән көнө тип 2019 йылдың 26 октябре билдәләнгән. Тап ошо көндө улар ғәйеп булғайны.
Мазовтарҙы бөтә ауыл менән һуңғы юлға оҙатҡандар.
– Ҡәберҙе урындағы халыҡ ҡаҙҙы. Егермеләп кеше йыйылды, ауылда күпме ир бар, бөтәһе лә ярҙам итергә килде. Бында даими йәшәгән кешеләр аҙ, күптәр күсеп китеп бөттө, – тигән ҡатын.
Балаларҙы ерләгәндә уларҙың әсәһе лә булған. Кешеләр һөйләүенсә, Эльмира табуттар ҡуйылған машинала ултырған, уларҙы ҡосаҡлап илаған.
– Тәүҙә береһен ҡосаҡлап иланы, шунан икенсеһен. Быға ҡарап тороп йөрәктәребеҙ шул тиклем әрнене, – тигән ҡатын.
Балаларҙы был зыяратта осраҡлы ерләмәгәндәр. Баҡһаң, бында Эльмираның ата-әсәһе лә күмелгән.
– Улар ошо ауылда йәшәй ине. Эльмира бында мәктәпкә йөрөнө, аҙаҡ Өфөгә күстеләр. Унда нимә менән шөғөлләнгәндер, белмәйбеҙ. Әсәһе яман шештән үлде. Ҙурайғас, Эльмира бында һирәк ҡайта ине.
Ауылдаштар белдереүенсә, Артемды бында бер тапҡыр ғына күргәндәр һәм иҫтәрендә ҡалдырмағандар. Балаларҙың үлемендә аталары ғәйепле тигән фаразға бөтәһе лә ышанмай, икенселәре уның бауҙы бушҡа һатып алмағанына ишара яһай.
– Меҫкен балалар, улар бит бер нимәлә лә ғәйепле түгел. Ҡатының айырылғыһы килә икән, балаларҙы үлтерергә тимәгән бит. Тәфтиш эше хәлдең нисек булғанын асыҡлар, ә ғәйепле кеше барыбер язаһын алыр. Теге донъяламы, быныһындамы, барыбер алыр, – тигән ҡатын.
Артемдың ата-әсәһе ейәндәре ерләнгән зыяратта булмаған. Аркадий Мазов белдереүенсә, уларға былай ҙа бик ауыр.
Артем Мазовҡа килгәндә ул әле һаман табылмаған. Ирҙе эҙләү дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Elmira-tabuttar-i-osa-lap-ila-an-348088/
Читайте нас: