Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июль 2020, 16:45

Һаҡ булығыҙ, айыуғорт һөжүмгә сыға!

Айыуғорттоң үҙенсәлеге шунда: күпселек ваҡытын ул ер аҫтында туннелдәр ҡаҙып үткәрә, йомортҡа һалып йәшерә.

Айыуғорт йомшаҡ, ашламаға бай ерҙе ярата. Был ҡоротҡос түтәлдәргә серетмә менән инеп “ҡунаҡлай”. Шулай итеп, был ҡорттоң йә йомортҡаһын, йә үҙен баҡсабыҙға индерәбеҙ.
Айыуғорттоң үҙенсәлеге шунда: күпселек ваҡытын ул ер аҫтында туннелдәр ҡаҙып үткәрә, йомортҡа һалып йәшерә. Ер өҫтөнә бик һирәк кенә, төндә сыға.
Күҙгә бик күренеп бармаған был ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәшергә кәрәк. Юғиһә ул йәшелсәнең уңышына шаҡтай зыян килтерә, йәш емеш ағастарының тамырын ашай. Көрәш ысулдары тураһында Рәсәй Fуыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова һөйләй:
– Айыуғорт тәү сиратта төрлө бөжәктәрҙең һәм үҫемлектәрҙең татлы тамыры менән туҡлана. Тамырҙан тыш, әлбиттә, ер аҫтындағы йәшелсәләр зыян күрә. Сәскәләрҙең тамырҙарын ашай. Яңы ултыртылған алма, груша, сейә, абрикос ағастарының тамыры менән һыйлана. Ҡарышлауыҡтарҙың тештәре тамырҙарға үтмәгән саҡта, улар бәләкәй бөжәктәр менән туҡлана, орлоҡтарҙы ашай, һутлы, йәш тамырҙарға тейә.
Был ҡоротҡосто еңер өсөн ергә буш быяла банкалар ҡаҙып ултыртығыҙ. Бөжәк уға төшһә, кире сыға алмаясаҡ. Был банкаға һыу йәки һыра өҫтәгәндә, тағы ла яҡшыраҡ булыр.
Баҡсағыҙға айыуғорт ҙур зыян килтерһә, химик саралар ҡулланырға тура киләсәк. Гром-Г, Гризли, Медветокс-Г, Террадокс-Г, Медвегон-Г, Рембек, Разряд-Г, Рубеж-Г тигән дарыуҙарҙы ҡулланырға кәңәш итәм.
Быйыл миҙгел ямғырлы булғас, баҡсаларҙа бөжәктәр күп. Уңышығыҙҙы һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ!
Автор: Лилия Нуретдинова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/a-buli-i--ayiu-ort--g-mg-si-a-349514/
Читайте нас: