Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2020, 18:35

Валерий Фальков: “Бергәләп алға барасаҡбыҙ”

Кисә Өфөлә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш осрашыуы булды. Яҡтар республикалағы төп юғары уҡыу йорттарын һәм ғилми учреждениеларҙы үҫтереү, Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Радий Хәбиров федераль министрға беренсе Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
– Республикабыҙ йылдам үҫә. Беҙ – Рәсәйҙең таяныс төбәктәренең береһе. Иҡтисадта күрһәткестәребеҙ насар түгел, инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән дә байтаҡҡа алға киттек, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Әммә фәндең, юғары мәктәптең дә ошондай уҡ әүҙем үҫеүен теләйбеҙ. Һеҙҙең ярҙамға һәм министрлыҡ менән үҙ-ара тығыҙ эшмәкәрлеккә өмөт бағлайбыҙ.
Валерий Фальков ил Президенты Владимир Путин тарафынан билдәләнгән юғары белем биреү системаһын камиллаштырыуҙа төбәктәр әһәмиәтенең артыуы тураһында белдерҙе. Ул Башҡортостанда Евразия ғилми-белем биреү үҙәген асыу идеяһын ыңғай баһаланы, проектты “өлгөрөп еткән һәм етди уйланылған” тип атаны.
– Ошо йүнәлештә бергәләп алға барасаҡбыҙ, – тине министр.
Осрашыуҙа шулай уҡ республикалағы юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу, санитария-эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл университеттарҙы тамамлаған йәштәргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеү зарурлығы мәсьәләләре тикшерелде.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: