Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2020, 18:00

Халыҡ артисы ла ситтә ҡалманы

Бөгөн – Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Илебеҙ яҙмышындағы мөһим саранан күптәр ситтә ҡалманы. Шул иҫәптән артистар, билдәле кешеләр ҙә гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй. Улар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Айҙар Ғәлимов та бар.

Әйткәндәй, Айҙар Ғәлимов сәйәси сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай һәм һәр ваҡыт ҙур әүҙемлек күрһәтә. Быйыл да ул үҙе йәшәгән ер буйынса һайлау участкаһына барған һәм фекерен белдергән.
Хәүефһеҙлек сараларын үтәү - һәр кем өсөн мөһим талап. Халыҡ артисы өсөн дә иҫкәрмәләр юҡ. Участкаға килеү менән уның тән температураһын үлсәгәндәр, битлек һәм бирсәткә биргәндәр.
Тауыш биргәндән һуң йырсы Өфө ҡалаһына “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән почетлы исем юллау өсөн ҡултамғаһын ҡалдырған. Айҙар Ғәлимов фекеренсә, Өфө был исемгә әллә ҡасандан лайыҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в