Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2020, 22:30

Эрнст Мулдашев өсөн нимә мөһим?

Башҡортостанда ил Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү әүҙем бара. Рәсәй хирург-офтальмологы Эрнст Мулдашев та референдумда ҡатнашты.

Ул илдең Төп Законына индерелгән төҙәтмәләрҙә үҙе өсөн иң мөһим мәлдәр тураһында һөйләне.
“Президенттары дүрт йыл алмашынған Американан өлгө алырға ярамай. Унда хәҙер нимәләр бара? Шул уҡ ваҡытта башҡа миҫалдар ҙа етерлек – Германия, Япония, Италия. Икенсенән, яңы Конституцияла ике гражданлығы булған кешеләрҙең илгә етәкселек итә алмауы билдәләнә. Был – ватансылыҡ. Өсөнсөнән, хәҙер дәүләт дингә асыҡтан-асыҡ ярҙам итә аласаҡ. Һәм, ниһайәт, медицинаның түбәнге звеноһында бюрократлыҡҡа юл ҡуйылмаясағы тураһында әйтелә”, – тине ул.
Фото: wikipedia.org
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: