– Һәр бер көслө, бигерәк тә күп милләтле дәүләттең нигеҙендә халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлығы, тиң хоҡуҡлы булыуы, уларҙың мәҙәниәтенә, диненә, теленә, ихтыяждарына тиң ҡараш, ғаилә ҡиммәттәре, гражданлыҡ хисе, илһөйәрлек ята. Көслө дәүләт - ул үҙенең милли позицияларын, халҡын, ҡурсалауға мохтаждарҙы, үҙенең бөгөнгөһө һәм киләсәген, йәш быуынын һаҡлаған һәм яҡлаған дәүләт, – тине ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң.
Депутат белдереүенсә, ул бөгөн үҙ тауышын ошо көслө, үҙаллы, үҙенең изге тарихына, ҡиммәттәренә тоғро ил өсөн биргән.
– Минең тауышым – ул Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләрҙе генә хуплау түгел, ә тәү сиратта иңебеҙгә үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ алыу булып тора, – ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.