Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2020, 18:45

Андрей Назаров: “2024 йылға Башҡортостанда юл яны сервисында ике мең заманса объект булырға тейеш”

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров юл яны сервисы объекттарын үҫтереү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

– 2021 йылда республика Фольклориада ҡатнашыусыларын ҡабул итә. Шул ваҡытҡа юл яны сервисы сифатын яҡшыртыу мәсьәләһен йылдам хәл итергә кәрәк. Ул автозаправка, кафе, кемпинг һәм магазиндарҙан торған уңайлы сервисты тәшкил итергә тейеш, – тине ул.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, республикала әле юл яны сервисы өлкәһендә 1100 объект бар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе заманса талаптарға яуап бирмәй.
Юл яны сервисы объекттарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара төркөмөнә етәкселек иткән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов норматив акттарға инвесторҙарға ошо бизнесҡа йылдамыраҡ инеү мөмкинлеген биргән үҙгәрештәр индерелеүе тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, уларға сауҙалашыуһыҙ ер бүлеү хаҡында һүҙ бара.
– 2024 йылда меңдән ашыу юл яны сервисы объекты булһын өсөн йыл һайын яңы 200 объектты сафҡа индерергә, биш йыл эсендә ошондай мең нөктәне реконструкцияларға кәрәк. Юл яны сервисында йәмғеһе ике мең заманса объект булырға тейеш, – тигән бурыс ҡуйҙы Андрей Назаров кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдына.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: