Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2020, 22:45

216 ауырыу вафат булған...

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын 6556 кеше йоҡторған,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 216 ауырыу вафат булған, тип хәбәр итә оператив штаб.

Башҡортостанда тәүлек эсендә 44 кешелә коронавирус раҫланған, шулай итеп, сирҙе йоҡторғандар һаны 5405-кә етте. Һуңғы тәүлектә 109 ауырыу һауыҡҡан, дөйөм алғанда, республикала мәкерле вирусты 3 104 пациент еңә алған.
Донъяның башҡа төбәктәрендә хәл нисек? Ҡаҙағстанда эпидемияның ҡуҙғыуы күҙәтелә, шуға күрә власть илгә карантин сараларын яңынан индерергә теләй. Рәсәй вирусологтары, эпидемия яңынан баш ҡалҡытҡан осраҡта, илдә карантинға кире ҡайтыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Һаулыҡ һаҡлау институты директоры Лариса Попович иҫәпләүенсә, бер кем дә вирустың кире әйләнеп ҡайтыуынан беҙҙе страховкалай алмай. ”Вакцина юҡ, коллектив иммунитет та... “Өс Т” стратегияһын тормошҡа ашырыуҙан башҡа мөмкинлек юҡ: трафик – сиктәрҙе ябыу, тестинг – тест үткәреүҙе арттырыу, трейсинг – сир йоғоу сылбырын өҙөү өсөн бәйләнештәрҙе асыҡлау. Беҙ быны эшләргә өйрәндек, шуға күрә башҡа илдәрҙә вирус ҡуҙғыуына уяу булырға тейешбеҙ”, - ти ул.
АҠШ-та ла пандемия баҫылырға уйламай. Тәүлегенә бында яңы сир осраҡтары 40 меңгә етә. Һаулыҡ һаҡлау тармағы етәкселәре халыҡтың битлек кеймәүенә, күмәкләп йыйылыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Тимәк, вирустан ҡотолоу өсөн барыбыҙға ла сабырлыҡ менән эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
Фото: m123ru.net.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: