Тик йөклөлөктөң алтынсы айында Лилиәнең һаулығында кире үҙгәрештәр күҙәтелә башлай. Шешендерә, ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота. Ашығыс рәүештә әсәне Республика перинаталь үҙәгенә оҙаталар, тик хәл яҡшырмай.
Оҙаҡ көтөүҙең файҙаһыҙ булыуын аңлай табиптар, ваҡыт үтеүе менән әсәнең дә, сабыйҙың да хәле ауырлашасағы билдәле. Сабый ете айлыҡ булыу менән тәүәккәлләп, операция яһайҙар, уны әсә ҡарынынан алалар. 1430 грамм ғына ауырлыҡтағы сабыйҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Алты аҙна эсендә сабыйҙың ауырлығын 2790 грамға еткерәләр. Әсәнең дә хәле яҡшыра. Ғаиләне дауахананан бөтә коллектив менән дәррәү оҙаталар. Айырыуса атай кеше шат, күңелһеҙлектәр артта ҡалды, алда күңелле мәшәҡәттәр көтә!
Фото: instagram.com/minzdrav_rb