Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 21:00

Әсәһе кире килмәне...

Тәбиғәт һәм кеше... Әҙәм балаһы тәбиғәткә, йәнлектәр һәм ҡоштар донъяһына ҡыҫылырға тейешме?

Был ҡыҫылыу яҡшы ниәт менән булған хәлдә лә, йәнлеккә үлем ҡурҡынысы янамаһа, тейеү кәрәкмәйҙер. Ошо хәҡиҡәткә бер миҫал.

Май баштарында Өфө районы кешеһе урман ситендә яңы тыуған ике-өс көнлөк кенә мышы балаһын таба. Уны әсәһе ташлағандыр, берәҙек эттәрҙән хәүеф янауы ихтимал, тип уйлай ир һәм ҡурсалау маҡсатында өйөнә алып ҡайтырға ҡарар итә. Ул дәүләт һунар инспекторының телефон һандарын таба һәм, уға шылтыратып, был хәл тураһында һөйләй. Инспектор мышы балаһын тапҡан урынына кире алып барырға ҡуша. Шулай иткәндә, әсәһе килеп, уны табыу ихтималлығы булыуын аңлата.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге осраҡта мышы балаһын урынына кире илтеп ҡуйһалар ҙа, әсәһе уның янына башҡаса килмәй.
– Мышы балаһы табылған урынды ҡарап сыҡтыҡ, унда рөхсәтһеҙ һунар итеү һәм инә мышыны атып алыу эҙҙәре табылманы. Тик киләһе көндә лә сабый урынында ятып ҡалды, әсәһе килмәне. Күпселек осраҡта ҡырағай тояҡлы януарҙар, айыу йә бүре кеүек балаларын яҡламай, ә ситтән генә күҙәтә. Шуға күрә мышы, ҡоралай йәки ҡабан балаларын тапҡан осраҡта, уларға теймәҫкә кәрәк. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йәки һунарсылар хужалыҡтарына хәбәр итеү етә. Улар нисек дөрөҫ итеп күҙәтеү ойошторорға һәм, әсәһе тәүлек эсендә килмәһә, нимә эшләргә кәрәклеген белә, – тине министрлыҡ вәкиле.

Әлеге мышы балаһына килгәндә, уның яҙмышы хәл ителгән. Әсәһе килмәгәс, уны реабилитация үтеү һәм аҙаҡ тәбиғи мөхиткә сығарыу өсөн Ауырғазы районы һунарсылыҡ хужалығына тапшырғандар.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкәртә: әгәр һеҙ ошондай ваҡиға шаһиты булһағыҙ, йәнлек балаларына теймәгеҙ, уларҙы ашатмағыҙ һәм өйөгөҙгә алып ҡайтмағыҙ. Министрлыҡтың оператив дежурына шылтыратып хәбәр итегеҙ: 8 (347) 218-04-30.

Мөмкин булғанса, хайуандар тормошона ҡыҫылмайыҡ. Әйҙә улар үҙ тормошо менән йәшәһен.

Фото: bk55.ru
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: