Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 13:10

Пенсионер 1,5 миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Полицияға 74 йәшлек Өфөлә йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул телефон аша һөйләшкәндә үҙенең 1,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Ҡатындың һүҙҙәренсә, уға Мәскәү һандарынан телефондан шылтыратып, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән тип үҙҙәре менән танытҡандар. Билдәһеҙ кеше ҡатындың һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсаһы менән насар хәл килеп тыуыуы тураһында хәбәр итә, шулай уҡ башҡа һаҡлыҡҡа һалған аҡсалары хаҡында ҡыҙыҡһына.
Ҡото осҡан ҡатын үҙенең башҡа банктарҙа ике иҫәбе барлығы хаҡында һөйләй. Етмәһә, билдәһеҙ кешене тыңлап, банкоматҡа барып, мутлашыусы күрһәтмәһе буйынса 1,5 миллион һум аҡсаһын төрлө дүрт иҫәпкә күсерә.
Һуңынан, төп башына ултыртҡандарын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Хәҙер был мутлашыусыларҙы эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре эҙләй, “айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡаҙғатылған.
Тәртип һаҡлау органдары ошондай хәлдәрҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа, билдәһеҙ телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәҫкә тип иҫкәртеп торһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашыусыларҙан зыян күргәндәр әленән-әле осрап тора.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в