Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 14:55

Ниндәй мәсьәләләр ҡарала?

“Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумы Өфөлә эш башланы. Ул хәүефһеҙ үтһен өсөн бөтә һаҡланыу ҡағиҙәләре үтәлә, ҡатнашыусылар һаны 300-ҙән артмаясаҡ, ҡалғандар уны онлайн-режимда ҡараясаҡ, тип хәбәр итте форумдың матбуғат хеҙмәте.

Форумда ҡатнашҡан һәр кем коронавирусҡа тест бирә ала, майҙанда дүрт медицина автомобиле урынлаштырылған, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ярҙамға килергә әҙер. Экспресс-тест ун минутта әҙер була.
Форум программаһына ярашлы пленар ултырыш һәм ундан ашыу секция эшләйәсәк. Исемдәренән күренеүенсә, Һәр береһе көнүҙәк, ҡыҙыҡлы: “Милли проекттарҙан - шәхси башланғыстарға”, “Ҡалалар - кешеләр өсөн”, “Төбәкте үҫтереү өсөн глобаль брендтар”, ”Башҡортостан Республикаһы – үҫеш потенциалы” һәм башҡалар.
Бына бер ҡыҙыҡлы, мөһим тема: пандемия осоронда өлкән быуын иң ҙур хәүеф тыуҙырған төркөм булды. Уларҙың һаулығын һаҡлау, ярҙам итеү буйынса мәғлүмәт һәм йәмәғәт кампанияһы ойошторолдо, пенсионерҙарҙың физик әүҙемлеге кәмеүе, арыу-талыу, яңғыҙлыҡ изоляция шарттарында уларға насар йоғонто яһамаһын өсөн дәүләт бөтә сараларҙы күрҙе. Ошо хәлдән сығып, тәжрибәне йомғаҡлап, бөгөн ниндәй һығымта яһап була? Өлкән быуын яңы социаль ысынбарлыҡҡа тиҙерәк яйлашһын өсөн хәҙер ниндәй саралар ҡабул итеү кәрәк? Йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында ҡалаларҙа ниндәй программаларҙың эшләүе шарт? Халыҡ-ара форумда ошо мәсьәләгә лә иғтибар биреләсәк.
Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - төбәктәр үҫешендә ҡеүәтле драйвер булырҙай, илленән ашыу тармаҡтың сәскә атыуына булышырҙай оло тармаҡ. Халыҡ-ара туризм пандемия осоронда ҙур юғалтыу кисерҙе, тимәк, уны тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн яңы идеялар талап ителә. Башҡортостан - традицияларҙы, миллилекте һаҡлау буйынса яҡшы өлгө. Тарихи урындары, ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән билдәле төбәктәр беҙҙә етерлек, уларҙы тағы ла сағыуыраҡ итеү, туристарҙы йәлеп итеү тураһында ла форум үҙ һүҙен әйтер, ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғырар, тип өмөтләнәбеҙ.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: