Был күңелһеҙ яңылыҡты “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә. Ҡатындың үлемен Учалы филармонияһы вәкилдәре лә раҫлаған.
Сәхнәләрҙә күбәләктәй осоп бейеп йөрөгән йәш ҡатын ни өсөн бындай ҡот осҡос аҙымға барған? Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Эльвира ире менән ныҡ итеп талашҡан. Һөҙөмтәлә ир өйҙән сығып киткән. Ҡатын уны эҙләгән, тик таба алмаған. Күрәһең, ошо хәлгә сыҙай алмай был аҙымға барғандыр. Ә иң үкенеслеһе, ғаиләлә биш йәшлек ҡыҙ үҫә. Ни өсөн ул балаһын уйламаған? Уның өсөн булһа ла йәшәргә кәрәк ине лә бит...
33 кенә йәшлек Эльвира Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында белем алған. Аҙаҡ Силәбелә мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған. Ун йылдан ашыу филармонияла эшләгән. Тамашасылар уны бик яратҡан.
Ҡот осҡос ҡайғы. Эльвираның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.