2019 йылдың авгусында Исмаил ауылында теркәлгән хәл Башҡортостанды ғына түгел, ә тотош илде тетрәндерҙе. 28 йәшлек Юлиә исемле ике бала әсәһе, бер йәшлек улын үлтереп, ихатаға күмеп ҡуйған булып сыҡты. Башта ул ике тәүлек буйына хоҡуҡ һаҡсыларын, малай өйҙән төн уртаһында юғалды, тип ышандырырға тырыша. Ә был ваҡытта сабыйҙы йөҙҙәрсә кеше — ҡотҡарыусылар, полиция, ирекмәндәр, күршеләр эҙләй.