Тик Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимын артабан йомшартмай торорға ҡушты. Тәүге пландар буйынса, 1 һәм 3 июлдән республикала мәктәп һәм мәктәп яны лагерҙары эш башларға тейеш ине. Тик әлегә ҡабаланмай торорға булдылар һәм “Роспотребнадзор”ҙың кәңәше буйынса улар әлеге асылмаясаҡ.
– Күңелгә гонаһ алмайыҡ әле. “Роспотребнадзор” кәрәкмәй тип әйтә икән, тимәк кәрәкмәй. Сир усағы килеп сыҡһа, енәйәт эшенә тиклем барып етеүе бар. Яҡынса 13-15 июль асырбыҙ тип күҙаллайбыҙ. Хәлде тикшереп торабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Шифаханаларға килгәндә, улар шулай уҡ әлегә ябыҡ килеш ҡаласаҡ. Улар обсерватор режимында эшләй.
Төбәк етәксеһе битлек кейеүгә бәйле һорауға ла яуап бирҙе.
– Миңә бөтәһе лә һорау бирә: “Битлектәр менән нимә эшләйбеҙ?”. Битлек режимын ғәмәлдән сығармайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта мин күптәрҙең битлек кеймәгәнен беләм, штрафтар һала, мәжбүр итә алмайбыҙ. Был йәмғиәттә агресив реакцияға килтерә. Тик барыбер талап бар һәм ул артабан да ҡалырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, битлектәрҙе мотлаҡ рәүештә йәмәғәт транспортында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, магазиндар, ябыҡ биналарҙа кейеү мотлаҡ.