Был сара хәүефһеҙ үтһен өсөн 8 миллион һум аҡса тотонолған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Ул аҡсаға медицина ҡорамалдары, шәхси һаҡланыу саралары, контактһыҙ термометрҙар, битлектәр, рециркуляторҙар, дезинфекция саралары алынған.
Быйыл, коронавирусҡа бәйле, дәүләт имтихандары башҡасараҡ шарттарҙа үтәсәк. Мәктәптәр хәүефһеҙлек тәьмин итергә тейеш. Һәр бер имтихан алдынан кабинеттар дезинфекция сараларын ҡулланып йыйыштырыласаҡ. Барлыҡ ойоштороусылар һәм күҙәтеүселәр битлек һәм бирсәткәлә буласаҡ.
Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, бер аудиторияла имтихан биргән кешеләр һаны туғыҙҙан артмаҫҡа тейеш. Ошо сәбәпле имтиханды үткәреү пункттары – йөҙгә, аудиториялар һаны 1411-гә тиклем артҡан. Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусы кешеләр ҙә артҡан, өҫтәмә рәүештә тағы 245 кеше йәлеп ителә. Барлығы республика буйынса имтиханды үткәреүҙе 944 күҙәтеүсе ҡараясаҡ, уларҙың 75-е төбәк һәм 649-ы муниципаль күҙәтеүселәр. Имтихандарҙы дөрөҫ үткәреү өсөн өс ситуация үҙәге эшләйәсәк, уларҙа 220 өйрәтелгән онлайн-күҙәтеүсе эшләйәсәк.
Министр белдереүенсә, быйыл имтиханды 19093 кеше тапшыра, уларҙың 17647-һе быйыл мәктәпте тамамлағандар. Бөгөн география буйынса күнекмә имтиханы тапшырыла. Улар мәктәп уҡыусыларынан тыш үтә, был техник әҙерлекте тикшереү өсөн кәрәк.
3 июлдә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу башлана һәм 25 июлдә ул тамамланасаҡ. Ғәфү итерлек сәбәптәр арҡаһында имтиханды июлдә тапшыра алмаған балалар уны августа тапшырасаҡ.